Бөгөн Рәсәйҙә матәм көнө

Тулыраҡ: Бөгөн Рәсәйҙә матәм көнө

Ил етәксеһе Владимир Путин үҙ указы менән Краснодар крайындағы авиаһәләкәттә һәләк булыусыларҙы иҫкә алып, уларҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып 26 декабрҙе матәм көнө тип иғлан итергә ҡушты. Фажиғәлә 92 кешенең ғүмере өҙөлдө. Хәрби самолет Сүриәгә Ҡара диңгеҙ өҫтөнән осҡанда һәләкәткә тарый. Борттағы 92 кеше- экипаждың 8 ағзаһы, 84 пассажир һәләк булған. Һәләк булыусылар араһында Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле артистары, Беренсе канал, НТВ, “Звезда” телеканалдары журналистары ла бар. Матәм көнө сәбәпле Республикала күңел асыу саралары кисектерелде.