Бөгөндән “Татфондбанк” вкладсыларына агент-банктар аша түләүҙәр башларға тейеш.
“Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡ” конкурс нигеҙендә был эшкә биш банкты йәлеп итергә ҡарар итте.Вкладсыға аҡсаһын алыу өсөн агент-банкка паспортын күрһәтеү ҙә етә. Шулай уҡ билдәләнгән формала ғариза яҙырға ла кәрәк буласаҡ. “Татфондбанк” вкладсылары өсөн ҡыҙыу телефон да эшләй. Уның номеры 8-800-200-08-05.