Республика юлдарына өр яңы, экологик яҡтан камил автобустар рейсҡа сыҡты.
Заманса техника менән идара итеүе лә уңайлы, уларҙың тирә-яҡ мөхиткә зарары ла юҡ тиерлек. Двигателдәр газ яғыулығында эшләй.Яңы ғына конвейерҙан сыҡҡан өр яңы йөҙ автобус. Оҙаҡламай улар республиканың биш ҡалаһы буйлап маршрутҡа сығыр. Водителдәр араһында йәштәр ҙә, тәжрибәлеләр ҙә бар. Һәммәһе лә яңы транспорт сараһын руль артында һынап ҡарарға ашыға. ... автобусты йөрөтөп тә ҡараған. Пассажирҙар өсөн шатмын, ти. Автобустар йылы, уңайлы, тәпәш. Салонда 25 урын. Зарарлы төтөнө булмағас был автобустар экологик яҡтан таҙа, иҡтисади яҡтан аҙ сығымлы һанала. Газ-мотор яғыулығы ҡала шарттары өсөн иң ҡулайлыһы.Республика хөкүмәте рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов водителдәргә имен юлдар теләп, пассажирҙарҙы һаҡсыл булырға саҡырҙы. Автопарк иһә республика башлығы ҡуйған бурыстарҙы үтәү маҡсатында яңыртылды.Транспорт ГЛОНАСС тапшырғыстары, климат-контроль, янғын һүндереү системаһы һәм инвалидтар өсөн коляскалар менән йыһазландырылған. Техник яҡтан автобустар тулыһынса әҙер. Бөгөндән уларҙың күбеһе билдәләнгән маршрут буйынса пассажирҙар йөрөтә.