Учалы тау-байыҡтырыу колледжы 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Учалы тау-байыҡтырыу колледжы 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Илдең алдынғы ойошмаларының береһе – Учалы тау-байыҡтырыу колледжы 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошр дәүерҙә бында 280 миллион тоннанан ашыу мәғдән сығарылған. Был көн Учалы халҡы өсөн икеләтә ҡыуансы булды. Комбинат юбилейы ҡала көнөнә тура килде. Байрам сараларында төбәк етәксеһе Радик Хәбиров та ҡатнашты. Альбина Зәйнетдинова дауам итә. Тау-байыҡтырыу комбинаты биләмәһендә һәр ваҡыттағыса эш ҡайнай. Килтерелгән тау тоҡомдары ваҡлау-бүлеү комплексында эшкәртелә. Махсус ҡоролма бер сәғәт эсендә 200 тоннаға яҡын фракциялы таш вата. Шулай уҡ комбинат илдә баҡыр һәм цинк концентраттары етештереүсе иң эре предприятие иҫәпләнә. Ошо көндәрҙә ойошма үҙенең юбилейын ҡаршыланы. Байрам уңайынан ойошторолған сарала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Сара барышында Радий Хәбиров комбинат хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы һәм заводта эшләгән техника менән танышып сыҡты. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына республикала табылған файҙалы ҡаҙылмаларҙың яртыһы тиерлек тура килә. Эшләү дәүере эсендә бөтәһе 280 миллион тоннанан ашыу мәғдән сығарылған. Әлеге көндә Учалы комбинатының стратегик партнеры булып тау сәнәғәте колледжы тора. Тап ошо уҡыу йортонда предприятие өсөн кадрҙар әҙерләнә. Башҡортостанда һәм унан ситтә урынлашҡан бөтә эре тау-байыҡтырыу предприятиелары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырылған. Ошондай хеҙмәттәшлек ярҙамында һуңғы йылдарҙа колледжда заманса уҡыу комплексы һәм интерактив уҡытыу өсөн уникаль аудиториялар төҙөлгән. Уҡыу йорто үҫешә, әммә дөйөм ятаҡ булмау сәбәпле республиканың башҡа райондарынан студенттарҙы йәлеп итеү мөмкинлеге юҡ. Төбәк башлығы 145 кешегә тәғәйен ятаҡ итеп үҙгәртеләсәк уҡыу корпусының дөйөм торошон тикшерҙе. Шулай уҡ эш сәфәре барышында Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышында һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән осрашты, уларҙың ҡайғыларын уртаҡлашты һәм яҡындарына генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Учалы ҡасабаһында Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан майор Заһир Вәлиев ғаиләһе менән осрашты. Алыштарҙың береһендә ул нацистарҙың терәк үҙәген штурмлау менән етәкселек иткән. Шунда уҡ яраланған, әммә эвакуацияланыуҙан баш тартып, дошман менән алышын дауам иткән. Шулай уҡ Рәдий Хәбиров Учалы әүҙемселәре әҙерләгән гуманитар ярҙам менән бергә яугарҙарға УАЗ автомобиле асҡысын тапшырҙы. Төбәк етәксеһе яугирҙарға тиҙерәк һауығыуҙарын теләне һәм һалдаттарыбыҙҙың береһен Өфө медицина учреждениеһында дауаларға ҡушты.