Хәрби хеҙмәт үтеү өсөн контракт төҙөгән граждандарға түләү суммаһы арта

Хәрби хеҙмәт үтеү өсөн контракт төҙөгән граждандарға түләү суммаһы арта

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндә 505 мең һум аҡса алырға мөмкин. Ул бер тапҡыр ғына бирелә. Был норма быйыл 10 июлдән ғәмәлгә индерелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, 10 июлдән хәрби хеҙмәт үтеү өсөн контракт төҙөгән граждандарға түләү суммаһы арта. Бығаса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең суммаһы 205 мең һум ине, хәҙер ул республика бюджеты иҫәбенә 505 мең һумға тиклем арттырылды. Контракт төҙөгәндә Рәсәйҙең Оборона министрлығы һәм беҙҙең муниципалитеттар түләгән аҡса менән бергә ул 1 миллион һум буласаҡ. Быға тиклем Радий Хәбиров махсус хәрби операция контрактсыларына бер тапҡыр 205 мең һум түләү тураһында указға ҡул ҡуйғайны.