Баймаҡ районында көслө ямғырҙар сәбәпле ауылдарҙы һыу баҫҡайны. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы яңы биләмәләрҙе һыу баҫыу ҡурҡынысы юҡ тип белдерҙе. Әле юлдарҙы төҙөкләндереү маҡсатында район бюджеты ҡайтанан ҡарала. Республика башлығы хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаровҡа мәсьәләне күҙәтеүгә алырға ҡушты. Оператив кәңәшмәнең көн тәртибе тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин. Көндәлек бурыстар менән бер рәттән перспектива. Иртәгә Нефтекамала “Камаз” предприятиеһы менән берлектә ҙур кәңәшмә көтөлә. Уның һөҙөмтәһе – Нефтекамала яңы технопарк булдырыу. Башҡортостандың көньяғындағы иң ҙур ҡалаларының береһе — Учалының һыуһыҙ ҡалыуы бар. Уның сәбәбе - округты һыу менән тәьмин һыуалғыстың иҫкереүе, сафтан сыға барыуы. Республика башлығы был мәсьәләгә айырым иғтибар талап итә. Ә Баймаҡта киреһенсә, районда ике тәүлектә яуым-төшөмдең айлыҡ нормаһының 40 проценты теркәлгән. Урындағы хакимиәт башлығы Фәнис Әминов әйтеүенсә, ауылдарҙы һыу баҫыуҙан һаҡлап ҡалһалар ҙа, юлдар сафтан сыҡҡан. Хәҙер район ҡаҙнаһынан юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн нисектер аҡса табырға кәрәк. Йылайырҙағы Кана йылғаһындағы быуа иһә емерелеү хәлендә. Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов һүҙҙәренә ҡарағанда, сәбәп – тау йылғаһының ҡапыл ташыуы. Уҙған ял көндәрендәге иң ҙур ҡурҡыныс тыуҙырған йәнә бер гиродрообьект – Йомағужа һыуһаҡлағысы. Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Нияз Фазылов әйтеүенсә, әлегә йәйге ташҡын, уның көсө күҙәтеү аҫтында. Быйылғы йәйҙең әлегә берҙә-бер ҡыуанысы – Берҙәм Дәүләт Имтихандары һөҙөмтәләре. Һынауҙарҙы тапшырыусы 15 меңдән ашыу уҡыусы араһында юғары баллдар алыусылар бихисап. Мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Альберт Йәримов әйтеүенсә, кампанияны яҡшы кимәлдә үтте тип әйтергә мөмкин.Уңыштарҙың нигеҙе – мәғариф системаһын яңыртыуҙа,тип иҫәпләй Радий Хәбиров. Башҡортостандың “Йәшел зонаға” инеүе лә белем биреүҙең яҡыш кимәлдә булыуын раҫлай. Мәғариф систмемаһынан айырмалы, Башҡортостандың юл тармағында хәлдәрҙе яҡшы тип әйтергә әле иртәрәк. Туймазы, Баймаҡ, Хәйбулла һәм башҡа райондарҙа трассаларҙы ремонтлау ҙур сығымдар талап итә. Әммә, аҡса етмәгән осраҡта Радий Хәбиров үҙе ярҙамға килергә әҙер.Башҡортостан иһә был аҙнала ҙур кампания башлай. Хужалыҡтар ураҡҡа сыға. Быйыл, яуым-төшөмгә ҡарамаҫтан уңыш мул булырға тейеш. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Илшат Фазрахманов һүҙҙәренә ҡарағанда, әлегә техник кульутаралрға ышаныс ҙур. Август республика өсөн ҙур һынауға әйләнәсәк. Баш ҡаланың 450 йыллығын билдәләү федераль сара. Тап шуға, хәҙер бөтә көс ошо программаға йүнәләсәк. Дүшәмбеләге кәңәшмәлә ҡаралған төп мәсьәләләрҙән тыш, хөкүмәт һәм башҡарма власть органдары алдындағы көндәлек һорауҙарға аныҡлыҡ индерелде. Мәҫәлән, Шишмә районында асылған Евразияның күсмә цивилизацияһы музейы. Уның сәфәр үҙәге асылыуға бер-нисә көн генә үтеүгә ҡарамҫтан, сәйәхәтселәр һаны 7 мең кешегә яҡынлаша. Һандар ҙур, әммә уны арттырыуға тағы ла мөмкинлек бар. Мәҫәлән, “Башҡорт оҙон ғүмерлеге” программаһы һәм мәктәп туризмы проекты сиктәрендә ойошторолған сәфәрҙе ошо үҙәк аша уҙғарыу. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ошоға айырым иғтибар бирергә бойора.
Ҡойма ямғырҙар төҙәтмәлр индерә
Ҡойма ямғырҙар төҙәтмәлр индерә






