Ғаилә ипотекаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды

Ғаилә ипотекаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды

Яңы төҙөлгән йортта фатир һатып алыу йәки шәхси йорт төҙөү өсөн 6 процент ставкаһы менән ғаилә ипотекаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Рәсәйҙең Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, программа алты йәшкәсә балаһы булған ғаиләләргә ҡағыла. Алыҫ Көнсығышта йәшәүселәр өсөн дә программа буйынса ставка — 6 процент. Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, шулай уҡ Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһендә йәшәүселәр өсөн кредиттың суммаһы — 12 миллион һумға тиклем. Башҡа төбәктәрҙә иһә 6 миллион һумғаса. Тәүге иғәнә 20 процент булырға тейеш. Бала тыуған осраҡта элек бирелгән кредитты рефинансларға рөхсәт ителә. Яңы төҙөлгән йорттарға ғаилә ипотекаһы бәләкәй ҡалалаларҙа йәшәгән һәм ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән, төҙөлөш күләме түбән төбәктәрҙә йәки шәхси үҫеш программалары булған төбәктәрҙә йәшәгән, ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән, инвалид бала ҡараған ғаиләләргә бирелә. Тағы ла бер шарт-бер генә льготалы кредит алырға мөмкин. Бынан алдараҡ бирелгән льготалы ипотека кредиттары ла иҫәпкә алына.