Еңеүгә индергән өлөш өсөн

Еңеүгә индергән өлөш өсөн

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндә 505 мең һум аҡса алырға мөмкин. Ул бер тапҡыр ғына бирелә. Башҡортостанда хәрби хеҙмәт үтеү өсөн контракт төҙөгән граждандарға түләү суммаһы арта. Бығаса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең суммаһы 205 мең һум ине, хәҙер ул республика бюджеты иҫәбенә 505 мең һумға тиклем арттырылды. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм гуманитар конвой водителдәрен бүләкләү тантанаһында белдерҙе. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжетын ҡарағыҙ. Алты йәшлек ейәнсәре Айлин өсөн олатаһы Радик иң яҡын дуҫы ла. Шуға күрә лә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Радик Динәхмәтов ялға ҡайтҡан арала,ейәнсәре менән мөмкин тиклем күберәк ваҡыт үткәрергә тырыша. Айлин бөгөн олатаһына менән бергә Дәүләт наградаһы алырға килгән. Радик Динәхмәтов әйтеүенсә, махсус хәрби операцияла яҡындарыңды нығыраҡ ҡәҙерләй башлайһың һәм һәр минутты файҙа менән үткәреү теләге барлыҡҡа килә. Башҡортостандың халыҡ артисы өсөн был, әлбиттә, беренсе Дәүләт наградаһы түгел. Шулай ҙа ныҡ ҡына тулҡынланам, ти яугир. Юғары наградаларға лайыҡ булғандар араһында ҡыҫҡа ялда булған яугирҙәр ҙә, махсус хәрби оперция ветерандары ла бар. “Шайморатов” миҙалдары шулай уҡ гуманитар конвой водителдәренә лә тапшырылды.Яуҙа яраланған яугирҙарҙың күбеһе әле «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фондының социаль координаторҙары булып эшләй. Хәрби дуҫтарына һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итә. Башҡортостан башлығы егерме туғыҙ кешегә наградалар тапшырҙы. Был тантанаға яугирҙарҙың күбеһе ғаиләләре менән килгән. Дәүләт наградалары алырға килгән һәр яугирҙе уртаҡ маҡсат берләштерә. Еңеү өсөн. Украинала башын күтәргән нацистарҙы өңөндә үк юҡ итергә кәрәк. Был йәһәттән Башҡортостан үҙ геройҙарына бар яҡлап ярҙам итә. 10 июлдән контракт төҙөгәндә Рәсәйҙең Оборона министрлығы һәм беҙҙең муниципалитеттар түләгән аҡса менән бергә түләү 1 миллион һум буласаҡ. Быға тиклем Радий Хәбиров махсус хәрби операция контрактсыларына бер тапҡыр 205 мең һум түләү тураһында указға ҡул ҡуйғайны.