Кадастр баһаһы көнө

Кадастр баһаһы көнө

Өфөнөң Торатау конгресс-холында “Волга буйы федераль округында кадастр баһаһы көнө” үҙҙы. Был сара конференция форматында ойошторолдо һәм Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәренән кадастр баһаһы өлкәһендәге белгестәрҙе йыйҙы. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова әҙерләгән видеояҙмала. Быйыл Рәсәй Дәүләт кадастр баһаһаны 25 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәренән профессиональ берләшмә вәкилдәрен, кадастр баһаһы өлкәһендәге белгестәрҙе бер майҙанда йыйҙы. Ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотларға төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та килгәйне. Торатау конгресс-холы йәнә фекер алышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу үҙәгенә әйләнде. Көн тәртибендә  — дәүләт кадастр баһалау системаһын үҫтереүҙең төп йүнәлештәре, баһалау ысулдарын камиллаштырыу, процестарҙы автоматлаштырыу һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү.Волга буйы федераль округы төбәктәренән килгән ҡунаҡтар Башҡортостандың кадастр баһаһы өлкәһендәге тәжрибәне юғары баһалай һәм үҙ эшмәкәрлегендә лә ҡулланыуҙы ыңғай тип иҫәпләй. Республикала булған иң мөһим проекттарҙың береһе - "Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһы" дәүләт программаһы. Уң 2023 йылдан алып беренселәрҙән булып тормошҡа ашырыла. Һәмуның берҙәм цифрлы платформаһы булдырыла. Республикала Волга буйы федераль округында кадастр баһаһы көнөн” ойоштороу осраҡлы түгел. Быға тиклем байрам уңайынан ойошторолған бындай саралар Мәскәүҙә һәм Санкт –Петербургта уҙған. Республика буйынса Росреестр идаралығы ил төбәктәре араһында иҫәп-теркәү һәм контроль-күҙәтеү өлкәләрендә беренселәр рәтендә. Уртаҡлашыр тәжрибә лә етерлек.