“Көньяҡ ҡапҡалар” файҙаланыуға тапшырыла

“Көньяҡ ҡапҡалар” файҙаланыуға тапшырыла

Өфөнөң 450 йыллығына арнап баш ҡалала иң ҙур инфраструктур проекттарҙың береһе – “Көньяҡ ҡапҡалар” файҙаланыуға тапшырыла. Обьекттағы төҙөлөш билдәләнгән ваҡытта барһа ла, уның айырым өлөшөндә ҡатмарлыҡтар бар. Сәбәп – ер бүлемдәре хужалары менән килеп тыуған мәсьәләрҙе хәл итеү. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала. Ауыр тәгәрмәсле машина юл үткәргес алдындағы өлөштә ҡомдо тигеҙләй. Был – ҡатмарлы бүлемдәге иң ауыр эштәрҙең береһе. Бөтә юлдар тәртипкә килтерелгәндән һуң, уның аша беренсе автомобилдәргә үтеү мөмкинлеге бирелә. Транспорт хәрәкәте август айында башланырға тейеш. “Көньяҡ ҡапҡа” исемен алған ҙур транспорт проектының башҡа өлөштәрендә лә бөгөн ҡыҙыу эш мәле. Тик бөтәһе лә төҙөүселәргә бәйле түгел. Иң ҡатмарлы һорау – 198 торлаҡ йорттар менән уларҙың 400 хужаһы. Тап шуға канализация һуҙыу, һыу үткәргестәр һалыу һәм электр линияларын һуҙыу ауырға тура килә. Юлдың бер саҡрымы аша коммуникациялар селтәренең 10 километры һуҙылғанын иҫтән сығарырға ярамай, ти белгестәр. Шуға проект ҡайһы ваҡыт урында үҙгәртелә. Июндә тамамланырға тейешле эш йәнә бер-нисә айға һуҙылды. Өфөнөң “Көньяҡ ҡапҡалары” баш ҡалала һуңғы йылдарҙа бойомға ашырылған иң ҙур проекттар иҫәбенән. 4 өлөштән торған торған обьект яңы урамдар төҙөүҙө лә күҙ уңында тота. Ғәмәлдәге магистралдәрҙә эш әлеге хәлдән сығып алып барылһа, башҡа урамдарҙа транспорт хәрәкәте өсөн альтернатив юлдар һайлана. Өфөнөң “көньяҡ ҡапҡалары” ҡаланан уның янындағы трассаларға тиҙ һәм уңайлы сығыу мөмкинлеге лә. Бынан тыш, ул үҙәкте 3 микрорайон менән тоташтыра. Эштәрҙең бер өлөшөн быйыл тамамларға тейештәр. Әммә, ҡапҡа үҙе августа, Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгән ваҡытта асыла.