Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистика премияһына документтар ҡабул итеү башланды. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, еңеүселәргә 500-шәр мең һумлыҡ өс премия тапшырыла. Конкурста журналистар һәм журналист коллективтарының 2023 йылдың сентябренән 2024 йылдың авгусына тиклем баҫылған материалдары баһалана. Ғаризаны 1 сентябргә тиклем Башҡортостандың Журналистар союзына бирергә мөмкин.. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Медиайыйын – 2023» форумы йомғаҡтарынан һуң премия суммаһын биш тапҡырға арттырырға ҡушҡайны.
Еңеүселәргә 500-шәр мең һумлыҡ өс премия
Еңеүселәргә 500-шәр мең һумлыҡ өс премия






