Бөгөн был фажиғәлә беҙҙең тағы ла бер яҡташыбыҙҙың һәләк булыуы тураһында билдәле булды

Тулыраҡ: Бөгөн был фажиғәлә беҙҙең тағы ла бер яҡташыбыҙҙың һәләк булыуы тураһында билдәле булды

Бөгөн был фажиғәлә беҙҙең тағы ла бер яҡташыбыҙҙың һәләк булыуы тураһында билдәле булды. Ул Федоровкалағы Балыҡлы ауылында тыуып-үҫкән Әмир Хәсәнов. Әмир Бакир улы һауа ғәскәрҙәрендә полковник вазифаһында хеҙмәт иткән. Мәрхүмдең ата–әсәһе Балыҡлы ауылында йәшәй.

Әлеге минуттарҙа Федоровка районы хакимиәтендә махсус кәңәшмә тамамланып тора. Урындағы етәкселек Ту-154 лайнеры фажиғәһендә һәләк булған полковник Әмир Бакировты һуңғы юлға оҙатыу һәм уның яҡындарына ярҙам күрһәтеүгә бәйле кәңәшмә үткәрҙе. Федоровка районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эдуард Сәлишев әле беҙҙең студия менән тура бәйләнештә. Һаумыһығыҙ, кәңәшмәлә ниндәй ҡарарға килдегеҙ?

Яуабығыҙ өсөн рәхмәт. Федоровка районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эдуард Сәлишев беҙҙең студия менән тура бәйләнештә булды. Хәбәр итеүебеҙсә, мәрхүмдәр араһында шулай уҡ Өфөнән Максим Иванов та бар. Ул Александров исемендәге ансамбль солисы, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә белем ала. Һуңынан Чебоксар театрында эшләп, артабан Мәскәүҙәге иң билдәле хәрби төркөм йырсыһы булып китә.