Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары пиротехника һатыу һәм ҡулланыу талаптарын көсәйтеүсе закон проектын әҙерләне.
Уға ярашлы, салют батареялары, рим шәмдәре, ракеталар, фестиваль шарҙары һатыусылар эшмәкәрлеген мотлаҡ лицензиялау ҡарала. Бынан тыш, 3-5 хәүефлек төрөнә ҡараған пиротехника ҡулланған өсөн административ яуаплылыҡ та индерелә. Республика парламентынан хәбәр итеүҙәренсә, тап яңы йыл осоронда пиротехниканы дөрөҫ ҡулланмау сәбәпле күңелһеҙ хәлдәр килеп сыға. Янғын сыҡҡан осраҡтар ҙа бихисап. Шуға ла Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәсәйҙең закон сығарыусылар советына пиротехника һатыу ғына түгел, ҡулланыу талаптарын да көсәйткән тәҡдим индерҙе.