Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды.
Полиция көсәйтелгән эш режимына күсерелде. Боҙ ҡаласыҡтарында, атап әйткәндә, “Ватан паркында”, Мөбәрәков һәм Софья Перовская урамдары киҫелешендә тәүлек әйләнәһенә дежур итеү ойошторолдо. Ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың именлеген тәьмин итеү өсөн “Ватан” паркында тау битләүендә тимер ҡоймалар ҡуйылды.