Рәсәй халҡы авиафажиғәлә һәләк булыусыларҙы иҫкә ала. Рәсәй армияһының йыр һәм бейеү ансамбле артистары сығыш яһаған концерт залы янына кешеләр сәскә килтереүен дауам итә. Был көндәрҙә хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе Елизавета Глинканың “Ғәҙел ярҙам” фондынан да кеше өҙөлмәй. Һәләк булыусы доктор Лиза бар ғүмерен ҡыҙыу нөктәләрҙән балаларҙы ҡотҡарыуға бағышлаған.
Төркиәнең хоҡуҡ һаҡлау органдары оппозицияның “Йөмһүриәт” газетаһы редакцияһында урынлашҡан кафе директорын ҡулға алған. Ул “Ил президенты Рәжәп Эрдоган минең кафеға килһә, бер шәшке сәйҙә яһамаҫ инем”,- тигән өсөн тотолған. Июлдәге хәрби фетнәнән һуң илдә репрессиялар башланған. Меңләгән кеше ҡулға алынған. Эске эштәр министрлығы террор эшмәкәрлегендә шикләнгән 10 мең кешене күҙәткән.
Яңы йыл каникулдарында телевидение һәм радиола рекалама булмауы ихтимал. Һәр хәлдә айырым депутаттар ҡануниәткә ошондай төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итә. Закон проекты тәү сиратта илдә йәшәүселәрҙең психологик торошон яҡлауға йүнәлтелгән, тип әйтелә ҡанунға аңлатмала.
Кесе йомаға ҡарай төндә һәр кем йондоҙҙар атылыуын күҙәтә ала. Метеор ағымы Урсиды, тип атала. Планетарий белгестәре йондоҙ атылыуын ҡарарға теләүселәргә ҡаланан ситкәрәк китергә кәңәш итә.