“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары итеп йәнә Константин Толкачев һайланды

Тулыраҡ: “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары итеп йәнә Константин Толкачев һайланды

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары итеп йәнә Константин Толкачев һайланды.

Өфөлә Бөтә Рәсәй фирҡәһенең отчет-һайлау конференцияһы үтте. Партияның генераль советы ҡарары менән был һайлауҙар ваҡытынан алда ойошторолдо. Үткән дүрт йылдағы эшкә йомғаҡ яһап, төбәк бүлексәһе секретары партияның төп ҡаҙанышын – бар кимәлдәге һайлауҙарҙа еңеп сығыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сәйәси фирҡә өсөн был мөһим күрһәткес, тине Константин Борисович. Берҙәм Рәсәйҙең халыҡ араһында абруйы нығыныуын йәнә бер нисә күренеш иҫбатлай. Партия ағзаларының иҫәбе 89 мең кеше, үткән йылда ғына исемлек 4 мең кешегә артҡан. Үҙенең бурысын улар ғәмәли эштәр менән үтәй. Берҙәм Рәсәй федераль һәм республика кимәлендә 40–ҡа, муниципаль кимәлдәге 50-гә яҡын проектты бойомға ашыра.