Өфөлә шулай уҡ Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры ла булып китте. Антон Алиханов бер-нисә предприятие эшмәкәрлеге менән танышты. Ғәлимйән Ибатуллин дауам итә. Башҡортостанда яңы проект бойомға ашырыла. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә ҡайнар изостатик пресслау участкаһы асылды. Был цех республика ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендәге әһәмиәткә эйә. Тап ошонда авиация двигателдәре өлөштәре корпусы тағы ла нығыраҡ буласаҡ. 3 миллиард һумға баһаланған инвестиция проектының Рәсәйҙә аналогтары бөтөнләй юҡ. Яңы цехты асыу тантанаһында ҡатнашҡан сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов та был хаҡта айырым билдәләй. Юғары технологияға ҡоролған яңы цех тураһында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә лә яҙып сыҡты. Проект Рәсәй авиадвигателдәре сәнәғәтендә яңы аҙым. Республика Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров иһә инновацияның беҙҙең төбәккә хас күренеш икәнлеген айырым билдәләй. Газостатика ҙур габаритлы әҙерлек. Тап ошондай мең градуста, атмосфераның 1 мең 600 баҫымында двигателдәр өлөштәре сығарыла. һауал адеталдәр атмосфераның баҫымын күтәрә алырға тейеш. Тап шуға етештерелгән өлөштәр сифатына айырым иғтибар. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә уҡыу-сәнәғәт үҙәге лә бар. 3 йыл элек асылған был базала “Ростех” компанияһы өсөн кадрҙар әҙерләнә. уны тамамлаусы һәр белгес эш урындары менән тәьмин ителеп кенә ҡалмай, хатта уҡыған саҡта уларға стипендия түләнә. Үҙәктә йылына 2 меңдән ашыу кеше яңы һөнәр үҙләштереү мөмкинлегенә эйә. Өфөгә эш сәфәре барышында федераль минист Антон Алтханов үҙәк менән танышып, предприятиеның буласаҡ белгестәре һорауҙарына яуап бирҙе. Антон Алиханов булған йәнә бер предприятие – “Гидравлика” заводы. Агрегат предприятиеһында газ турбинаһы двигателдәре һәм агрегаттар өсөн өлөштәр сығарыла. Бөгөн заводта осоусы аппараттар өсөн көс терәктәре,двигателдәр сығарыла. улар араһында йыһан караптары өлөштәре бар. Космонавтар өсөн ер тренажерҙарының бер ни тиклем өлөшө тап Өфөлә сығарылған продукция. Антон Алиханов тәжрибә һәм механик эшкәртеү корпустары өсөн төҙөлөүсө ике майҙанды ла ҡараны. Улар авиация тармағын комплекслы үҫтереү программаһы сиктәрендә сафҡа тапшырыла. Өфөлә Антон Алиханов етәкселегендә кңәшмә лә уҙҙы. Унда ҡаралған төп мәсьәлә двигателдәр төҙөү тармағы. Был өлкәлә Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы урындарҙа.
Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Өфөлә булып китте
Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Өфөлә булып китте






