Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте уҡырға саҡыра

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте уҡырға саҡыра

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 11-се класты тамамлаусыларҙы киләһе йылда уҡырға инеү өсөн Анапа, Голицыно, Калининград, Ҡурған, Мәскәү, Хабаровскийҙағы сик буйы институттарына, Федераль именлек хеҙмәте академияһына уҡырға инергә саҡыра. Уҡып бөткәс именлек хеҙмәте органдарында контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡалырға мөмкин. Уҡырға 22 йәшкә тиклемге Рәсәй граждандары ҡабул ителә. Улар һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы булырға тейеш. Биш йыл уҡығандар юғары, 2-3 йыл уҡығандар урта һөнәри белем алып сыға. Стипендия түләнә. Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте академияһына һәм сик буйы институттарына уҡырға инергә теләүселәр Өфө ҡалаһы, Крупская урамы, 19-сы йорт адресы буйынса мөрәжәғәи итә йәки 8-347-229-06-94, 229-07-84 телефондарына шылтырата ала. Ғаризалар 2025 йылдың беренсе февраленә тиклем ҡабул ителә.