«Мототехника» операцияһы тамам

«Мототехника» операцияһы тамам

Юл инспекторҙары республикала “Мототехника” иҫкәртеү операцияһы йомғаҡтарын иғлан итте. Рейдтарҙың төп маҡсаты – мотоцикл, скутер һәм мопед водителдәренең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү. Тулыраҡ киләһе репортажда. Дәүләт автомобиль инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре яуаплы рейдҡа әҙерләнә. Был юлы улар күптәрҙе борсоған мотоцикл, мопед һәм скутер йөрөтөүселәрҙе тикшерәсәк. Инспекторҙар рейдтың тәүге минуттарында уҡ мотоциклисты туҡтатты. Уның техникаға кәрәкле документы булмай сыҡты. Әлбиттә, егеткә аҡланыуҙан башҡа сара ҡалманы. Хәҙер егеткә административ хоҡуҡ боҙған өсөн биш мең һум самаһы штраф түләргә тура киләсәк. "Мототехника" операцияһы башланғандан алып юл инспекторҙары бөтәһе 260-тан ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙы теркәгән. Ике тәгәрмәсле транспорт водителдәре күп осраҡта юлда шлемһыҙ һәм тейешле таныҡлыҡһыҙ йөрөй. Шуҡ малайҙар ҙа мотоцикл һәм мопедтарҙа ҡағиҙә боҙа. 2024-се йыл башынан республика биләмәһендә ошо категория водителдәре ҡатнашлығында 78 юл- транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 5 кеше һәләк булған, тағы 81 кеше йәрәхәтләнгән, уларзын хһәр өсөнсөһө-бәлиғ булмағандар. Шишмә ҡасабаһында ун биш йәштәге үҫмер дуҫы менән юлда ысын мәғәнәһендә тәртипһеҙлек ойоштора. Был юлы, ахмаҡлыҡ бәхеткә күрә, бәлә-ҡазаһыҙ тамамлана. Әммә үҫмер штраф хаҡында ишеткәс үҙенең егетлеген күрһәтә башлай. Йыш ҡына ике тәгәрмәсле транспорт ҡатнашлығындағы авариялар күпкә аяныслыраҡ тамамлана. Ун дүртенсе июлгә ҡарай төндә Өфөнөң Киров районында 44 йәшлек мотоциклист тимер ҡоймаға бәрелгән. Алынған йәрәхәттәрҙән ир урында уҡ вафат булған. Мәләүез районында ун алты йәшлек егет йәйәүлеләргә барып бәрелә. 17 йәшлек ҡыҙ дауаханала вафат була. 4 айлыҡ сабыйҙың хәле әле ҡыл өҫтөндә. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. «Мототехника» операцияһы тамам. Ә дәүләт автоинспекцияһында иҫкәртеүҙәр туҡтамай: водительдар өсөн дә, йәйәүлеләр өсөн дә төп шарт – юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡатғи үтәү.