Был беҙҙең ғаилә эше

Был беҙҙең ғаилә эше

Өфө районында йәшәүсе Фәйзуллинда һәм Ғәйнетдиновтар ғаиләһе "Рәсәй — мөмкинлектәр иле" президент платформаһының «Был беҙҙең ғаилә эше” конкурсында 300 ғаилә араһында 32 ғаилә менән бер рәттән еңеүсе булып таныла. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сжетында. Матур ғаилә – ил күрке, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Фәйзуллиндар ғаиләһе тап шундайҙарҙан. Иң өлкәненән башлап кесеһенә тиклем ижадҡа ғашиҡтар. Рәфис менән Йәмилә Фәйзуллиндар иһә был ғаиләнең иң өлкән вәкилдәре. Музыкаға мөхәббәт олатайым менән атайымдан килде, ти Рәфис Хисмәтулла улы. Әле иһә ниндәй генә музыка ҡоралдарында уйнамай ул. Ниндәй генә көй булмаһын һә тигәнсе уйнап алып китә Рәфис Фәйзуллин. Музыка йыш ҡына тормошта ла ярҙамға килә, ти ижадсы. Флорид һәм Лилиә Ғәйнетдиновтар шулай уҡ ижадҡа битараф түгел. Флорид гитара һәм ҡурайҙа уйнаһа, Лилиә иһә йырларға ярата. Беҙҙең бер көнөбөҙ ҙә музыкаһыҙ үтмәй ти йәш ғаилә. Ғәйнетдиновтарҙың өлкән улы Динияр 8-се классты тамамлаған. Шулай уҡ музыкаға битараф түгел. Ул аккордеонда уйнай. Динияр өйрәнер өсөн хатта махсус белем дә алған. Вилдан Ғәйнетдинов уртансы бала. Ул 4 классты тамамлаған, үҙ сиратында ҡурайҙа уйнай, ә бәләкәс Дилара бейергә ярата. Быйыл көҙ беренсе классҡа уҡырға бара һәм киләсәктә лә бейеү менән шөғөлләнергә теләй. Ғәйнетдиновтар-Фәйзуллиндар ғаиләләрен ижадҡа мөхәббәт берләштерә. "Рәсәй — мөмкинлектәр иле" президент платформаһының "Был беҙҙең ғаилә эше" конкурсы тураһында Лилиә осраҡлы ғына ишетеп ҡала һәм ғаиләһе менән унда ҡатнашырға ҡарар итә. Конкурс 3 өлөштән тора. Беренсе өлөш дистанцион рәүештә уҙа, икенсе өлөш – ярым финал Өфөлә Волга буйы федераль округы конкурсанттары араһында Фәйзуллиндар, Ғәйнетдиновтар Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Өсөнсө этап – финал Мәскәү эргәһендәге Солнечногорск ҡалаһында уҙа. Һәр өлөштә ғаиләгә төрлө һынауҙар аша үтергә тура килә. Һөҙөмтәлә 300 ғаилә араһынан 32-һе еңеп сыға. Ғәйнетдиновтар-Фәйзуллиндар ғаиләһе улар араһында. Ул көндө кисергән хис-тойғоларын ғаилә вәкилдәре әле лә онота алмай-Рәсәй күләмендә үткән ҙур бәйгелә еңеп сығыу ысын мәғәнәһендә мөғжизәгә тиң. Конкурс ваҡытында Йәмилә Фәйзуллина ғаиләһе өсөн өйҙә ҡайғырып, уларҙы имен-һау еңеү менән ҡайтыуҙарын көтөп тора. Дөрөҫ тәрбиә биреү ҙә Ғәйнетдиновтар-Фәйзуллиндар ғаиләләрендә төп маҡсат булып тора. Шуға ла балаларҙың ғаиләгә ҡарата мөнәсәбәте аныҡ. "Был беҙҙең ғаилә эше" конкурсы "Рәсәй — мөмкинлектәр иле" президент платформаһының төп проектына әйләнде. Унда ҡатнашырға теләп илдең 89 төбәгенәнн 102 мең 735 ғаилә командаһынан 587 мең 250 кеше ғариза биргән.