Башҡортостан хөкүмәте контракт буйынса хеҙмәт иткән айырым категорияларға бер тапҡыр аҡса түләү тәртибенә үҙгәрештәр индерҙе. Һүҙ махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмә итеү өсөн илдең оборона министрлығы менән килешәү төҙөгән яҡташтарыбыҙға 505 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләү тураһында бара. Ҡарар 2024 йылдың 10 июленән 2024 йылдың 31 авгусына тиклем барлыҡҡа килгән хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 10 июлдән контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөгән граждандарға түләү күләме артҡайны. Әгәр быға тиклем бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме 205 мең һум булһа, хәҙер ул республика ҡаҙнаһы иҫәбенә 505 мең һумға етте.
Түләү арта
Түләү арта






