Башҡортостанда «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһы дауам итә. Уның төп маҡсаты – аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә, тулы булмаған ғаиләләргә, һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә ярҙам итеү. Акцияла ойошмалар, муниципаль власть органдары ла ҡатнашырға мөмкин. Тик канцелярия кәрәк-ярағы һәм ижад өсөн тауарҙар яңы булырға тейеш. Портфель, мәктәп формаһы, уҡыу әсбаптары, нәфис әҙәбиәт яңы йәки яҡшы торошта ҡабул ителә. Әйберҙәр район-ара “Ғаилә” үҙәктәрендә һәм уның район-ҡалаларҙағы бүлексәләрендә ҡабул ителә. Августа хәйриә ярҙамы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәктәрендә иҫәптә торған ғаиләләргә тапшырыласаҡ. Йылдан-йыл акцияла ҡатнашыусылар һаны арта бара. Уға хатта дәүләт учреждениелары, район һәм ҡала хакимиәттәре лә ҡушыла.
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит






