Тәбиғәт ҡосағында һаҡ бул!

Тәбиғәт ҡосағында һаҡ бул!

Баҡсаларҙа эштең ҡыҙған мәле. Кешеләр еләк-емеш йыя, түтәлдәге сүптәрҙе утай, ямғырҙан һуң үҫеп киткән үләндәрҙе саба. Тик билдәле сәбәптәр арҡаһында халыҡ төрлө йәрәхәттәр ала. Баҡсасының аптечкаһында нимәләр булырға тейеш? Был һорауға яуапты хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина белә. Баҡсала эштәр ҡайнап торған ваҡытта һәр кешелә мотлаҡ рәүештә аптечка булырға тейеш. Унда аллергиянан дарыуҙар, таҙа бинт, ауыртыуҙан дарыуҙар, һәм яраны зарарһыҙлау өсөн хлоргексидин булырға тейеш. Лариса Самойлова сәскәләр ярата. Йыл һайын йәй гөлләмәләрен күсереп ултыртыу менән шөғөлләнә. Тик быйыл һаҡлыҡ менән эшләмәүе арҡаһында күҙе йәрәхәтләнгән. Һөҙөмтәлә Ларисаның күҙ мөгөҙсәһе яраланған булып сыға. Йәй баҡсала ер эштәре менән шөғөлләнгән кешеләр өсөн генә түгел, табиптар өсөн дә бик ҡыҙыу мәл. Ҡулса урамындағы беренсе күҙ микрохирургия бүлегенә көнөнә 60-70-ләп кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Йәрәхәтләнгәс тә табипҡа мөрәжәғәт итмәү арҡаһында күҙ кеүек бик нескә органға тағы ла нығыраҡ зыян килә. Табиптар белдереүенсә, йәй тример менән бесән сабыусылар йә эргәлә торған кешеләр байтаҡ ҡатмарлы йәрәхәттәр ала. Күҙ йәрәхәтләнгәс мотлаҡ табибҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.Рафаил Ҡашҡаров баҡсала болгарка менән яңылыштан ҡулын яралаған. Ул һыҙланыуға түҙеп йөрөгән, дауаханаға бармаған. Баҡсасылар күпләп дүшәмбе көндө килә, ти табиптар. Уларҙың араһында өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә бар.Дилара Мифтахова Республиканың бешеүҙе дауалау үҙәгенә 3 аҙна элек килгән. Егеттәр усаҡ яндыра торған шыйыҡса менән уйнай һәм көтмәгәндә ялҡын ҡыҙҙың аяғына ҡаба, балтырҙарын бешерә. Ашығыс медицина ярҙамы менән Дилараны Өфөгә алып киләләр. Табиптар белдереүенсә, баҡсасылар усаҡ яҡҡанда именлек ҡағиҙәләрен дә йыш ҡына онотоп ебәрә. Ҡаланан ситтә баҡсала ял иткәндә мотлаҡ именлек ҡағиләренә иғтибар итергә кәрәк. Әгәр яҡынығыҙ бәләгә тарыны икән тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү уның ғүмерен һаҡлап алып ҡаласаҡ. Лариса Самойлова хәҙер баҡсала эшләгәндә именлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тырыша. Табиптарға йөрөп уға күп кенә ваҡытын юғалтырға тура килгән. Сәскәләргә даими иғтибар кәрәк тип шаярта баҡсасы.