18-се июль йорт ихатаһында уйнап йөрөгән ҡыҙҙарҙың береһенең аяғынан ҡан аға башлай. Шунда уҡ ҡурғаш пуля ла табыла. Полиция хеҙмәткәрҙәре һуңынан күрше йорттағы 62 йәшлек ирҙе ҡулға ала. Үҙенең аҡылһыҙ ҡылығын ул балаларҙы ҡурҡытырға теләүе менән аңлата. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре балаларға пневматик ҡоралдан атҡан ирҙе ҡулға алды
Полиция хеҙмәткәрҙәре балаларға пневматик ҡоралдан атҡан ирҙе ҡулға алды






