Башҡортостанда 31 июлгә тиклем «Такси» операцияһы башланды. Полиция дәүләт автоинспекцияһы, иҡтисади хәүефһеҙлек һәм миграция мәсьәләләре буйынса бүлектәр, шулай уҡ республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән берлектә күләмле саралар үткәрә. Быйыл ярты йыл эсендә республикала еңел таксиҙар ҡатнашлығында 28 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 38-е йәрәхәтләнгән. Рейдтар юлдарҙа хәлдәрҙе тотороҡландырыу һәм транспорт хеҙмәттәре күрһәткәндә халыҡтың именлеген тәьмин итеү өсөн уҙғарыла. Такси водителдәренең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге талаптарын үтәүенә, билдәләнгән өлгөләге водитель таныҡлығының, пассажирҙар һәм багаж ташыуға рөхсәте булыуына, эш һәм ял режимын үтәүенә, шулай уҡ транспорттың техник торошона айырыуса иғтибар йүнәлтелә.
«Такси» операцияһы
«Такси» операцияһы






