Азамат Сәлихов-Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы

Азамат Сәлихов-Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы

Рәсәй Президенты Указы менән башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы директоры Азамат Рафаэль улы Сәлиховҡа “Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Азамат Сәлихов 2002-се йылдан “Рәсәй” телеканалының үҙ хәбәрсеһе һәм Өфөләге хәбәрселәр пунктының мөдире булып эшләне. 2014 се йылда Донбасстағы хәлдәр тураһында сюжеттар эшләне, ундағы барлыҡ ҡыҙыу нөктәләрҙә булып хәрби хәрәкәттәр, тыныс халыҡтың йәшәйеше, ополченецтар тураһында йөҙҙән ашыу репортаж һәм сюжет эшләне. 2015 йылдың февраленән Азамат Рафаэль улы Сәлихов “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына етәкселек итә.