Стартап ярҙамы

Стартап ярҙамы

Өфө фән һәм технологиялар университеты еңеүсе проекттар һаны буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы биш юғары уҡыу йорто исемлегенә инде. Бында 70 студент стартап булдырыуға грант алған. Былтыр улар 49 ине. Йәштәрҙең иң ҡыҙыҡлы фәнни эшләнмәләре менән хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова танышты.Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Марк Тимошенко мәғариф өлкәһе өсөн виртуаль ысынбарлыҡ ҡулсалары эшләгән. Әле төрлө өлкәләрҙә бындай тренажерҙар әүҙем ҡулланыла. Мәҫәлән, мәғариф ойошмалары, сәнәғәт предприятиелары, ҡораллы көстәр өсөн. Әммә ғәҙимге контроллерҙар бармаҡ менән хәрәкәт итеүҙе һәм өйрәтеүҙе тулыһынса тәьмин итә алмай, ти егет.Ҡулсаның автономлы эшләү ваҡыты ун ете сәғәт һәм хаҡы егерме биш мең һум самаһы. Был сит ил аналогтарынан бер нисә тапҡырға арзаныраҡ. Алырға теләүселәр байтаҡ, әммә әлегә был ҡулсалар күпләп эшләнмәгәнлектән һата алмайым, ти егет. Йыл дауамында өлөшләтә етештереүҙе ойоштороу пландары бар егеттең.Өфө фән һәм технологиялар университетының беренсе курс студенты Алмаз Мәхмүтов та үҙенең эше өсөн грант алған. Ул һауаны таҙартыу, дымландырыу һәм кислород менән туйындырыу өсөн күп функциялы лампа уйлап сығарған.Альголампаны төрлө сәнәғәт етештереү предприятиеларында туҙан йәки үтә дымлы булғанда, кислород етмәгән осраҡта ҡулланырға тәҡдим ителә. Студенттар стартапы сиктәрендә был проект та тормошҡа ашырыласаҡ.Быйыл Башҡортостан студенттар стартаптары конкурсында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Төбәктән 120 проект финанслау алды, шуларҙың 70-е Өфө фән һәм технологиялар университеты проекттары. Был проекттарҙың барыһы ла технологик эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән. Төбәктең төп бурысы- республикаға инвестиция йәлеп итеүҙе арттырыу. Өфө фән һәм технологиялар университетының иң күп хупланған бизнес проекттары «цифрлы технологиялар», «яңы материалдар һәм химик технологиялар», «яңы приборҙар һәм интеллектуаль етештереү технологиялары», «креатив индустриялар» йүнәлештәренә ҡағыла.