Был юлы Менделеев урамында рөхсәтеһеҙ ҡуйылған һәм тиҫтә йылдар эшләп килгән кибеттәр һүтеп ташланды. Туларыҡ мәғлүмәт Альбина Зәйнетдинова әҙерләгән вилеояҙмала. Полиция хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында экскаватор йәшелсә-емеш кибетен емерә. Махсус комиссия тарафынан Гурьев баҙары эргәһендә урынлашҡан был һатыу нөктәһенең законһыҙ рәүештә ҡуйылғаны асыҡланған. Кибет хужалары ун көн эсендә урынды бушатып, төҙөгән биналарын үҙ-аллы һүтеп ташларға тейеш ине. Әммә бер-бер артлы ебәрелән иҫкәрмәләр иғтибарһыҙ ҡала килде, законһыҙ һатыу итеү дауам итте. Һөҙөмтәлә, кибеттән емерек тау өйөмө генә ҡалды. Эргәһендә торған тандырҙан икмәк кибетен дә ошондай уҡ яҙмыш көтә. Әммә күршеләренән айырмалы рәүештә, был кибет хужаһы комиссия ҡарарын тыныс ҡабул итә һәм үҙе урынды бушатырға вәғәҙәләй. Асыҡланыуынса, Менделеев урамындағы был кибет хужаларына иҫкәртеүҙәр быға тиклем дә булған. Һөҙөмтәлә тандыр икмәге эргәһендәге Хәләл кафеһын һүтергә тура килгән. Ә бына тандыр икмәге кибете рәсми рәүештә эшләй, ти бина хужаһы. Киров районы хакимиәте вәкилдәре башҡаса фекерҙә.Икмәк кибете 5 йыл дауамында законһыҙ эшләгән. Һатыу итергә рөхсәт биргән бер генә лә документ ҡағыҙҙары ла юҡ. Эргә-тирәләге халыҡ мейестә бешкән икмәкте лә, күршелә һатылған емеш-еләк кибетен дә яратып өлгөргән. Нөктәләрҙе юҡ итеү хәбәрен күңелһеҙ ҡабул итте күптәр.Әммә шул уҡ икмәктең ниндәй шарттарҙа бешерелгәнен уларға күрмәү хәйерле. Ҡурҡыныс, ташландыҡ хәлендәге бинала хатта ҡул йыуырлыҡ урын да юҡ. Санитар нормалар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Тап шуға ла Роспотребназдор хеҙмәткәрҙәре һатып алыусыларға шикле кибет хужаларынан документ күрһәтеүҙәрен талап итергә кәңәш итә. Сөнки законһыҙ рәүештә һатыу иткән кешеләрҙең тауар сифатын дәлилләүсе документтары ла, санитар китапсыҡтары ла булмай сыға. Шикле урында алынған тауар йә ризыҡ сәләмәтлек өсөн хәүефле булыуы ихтимал. Менделеев урамындағы был кибеттәр берҙән-бер осраҡ түгел. Өфөлә законһыҙ төҙөлгән объекттар менән көрәш йәл әйләнәһенә дауам итә. 2024 йылда Киров районы буйынса ғына законһыҙ рәүештә эшләп килгән 20 объектты һүтеү ҡаралған. Ғәҙәттә, уларҙың һаны йыл дауамында арта, ти район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре. Әлеге ваҡытта Киров районы буйынса законһыҙ эшләгән 18 объект юк ителгән.
Өфөлә законһыҙ төҙөлгән объекттар менән көрәш дауам итә
Өфөлә законһыҙ төҙөлгән объекттар менән көрәш дауам итә