Өфө үҙенең 450 йыллыҡ юбилейына әҙерләнә

Өфө үҙенең 450 йыллыҡ юбилейына әҙерләнә

Ҡалала юлдар яңыртыла, биналар төҙөкләндерелә, урамдарҙа төрлө ағастар һәм үҫентеләр ултрытыла. Шулай уҡ ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн төрлө объекттар төҙөлөп сафҡа индерелә. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжетында. Өфөнөң иң бөйөк нөктәләренең береһендә урынлашҡан һыу һурҙырғыс башняһы 1901-се йылда төҙөлә. Бында баш ҡала халҡы килеп йәмле Ағиҙел буйҙары, поезд юлы, Дим биҫтәһен күҙәтә алһын өсөн майҙансыҡ булдырыла. 1950-се йылға тиклем башня ҡала халҡын һыу менән тәьмин итеү өсөн файҙаланыла. Һуңынан ерҙең яһалма юлдаштарын күҙәтеү өсөн бында Башҡорт дәүләт университетының абсерваторияһы эшләй башлай. 1980-се йылдарҙан һуң һыу башняһы сафтан сығарыла. Был башня эргәһендә баҫып торғанда бөтә тирә-яҡ ус төбөндә кеүек күренә. Өфө мэры Ратмир Мәүлиев ҡарары менән был архитектура ҡомартҡыһы эргәһендәге ерҙе тәртипкә килтереп ял итеү урыны эшләнәсәк. Архитекторҙарҙың уйы буйынса, был майҙансыҡ Өфө муйынсағы кеүек үк, ағас материалдар ҡулланылып эшләнәсәк, был, үҙ сиратында, ҡала объекттарын архитектур яҡтан берләштереү маҡсаты менән эшләнелә. "Өфө муйынсағы"ның дөйөм оҙонлоғо 70 саҡрымға һуҙылған. Ул 420 мең кешегә 15 минутта тәбиғәткә сығып етеү мөмкинлеген аса. Бында ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бар мөмкинлектәр ҙә тыуҙырылған. Өфө муйынсағы — ҡаланың бөтә яр буйы һыҙатын үҙ эсенә алған велосипедта һәм йәйәү йөрөү маршруты. Проект маҡсаты – ҡала халҡына тәбиғәт менән аралашыу мөмкинлеген биреү, уларға башҡаланың айырым нөктәләрен асыу. 70-тән ашыу саҡрымдың 50-һенә әле асфальт түшәлгән. Баш ҡаланың юбилейы айҡанлы ланшафт дизайны элементтары ҡулланылған өс сәскә скверы ла барлыҡҡа киләсәк. Төрлө үҫентеләр, ҡыуаҡлыҡтар ултыртылған 500-ҙән ашыу мобиль ҡумта, бордюрҙар ҡуйыла, сәскәләр ултыртыла. Бөтә үҫемлектәр ҙә беҙҙең һауа торошона яраҡлы һайлап алына. Улар бер туҡтауһыҙ ҡойоп яуған ямғырҙарға ла, көнө буйы ҡыҙҙырған ҡояшҡа ла бирешмәҫкә тейеш.Хәбәрсе. ҡаланың юбилейына әҙерлек сиктәрендә үҙәк урамдарҙы эсенә төрлө сәскә, үлән-ҡыуаҡтар ултырлған 500-ҙән ашыу махсус һауыттар биҙәй. Өфөгә Көньяҡтан инеү урынын да йәшелләндереү, яңыртыу башланды. Бында 150-нән ашыу ағас, 2000 самаһы ҡыуаҡ ултыртыу ҡарала. Өфөлә Көрәш һарайының асылыуы ла баш ҡаланың 450 йыллығына планлаштырылған. Тәүгеләрҙән булып “Рәсәй — спорт державаһы" халыҡ-ара форумын үткәреү ҡаралған. Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса ил Президенты рәйеслегендәге советтың сираттағы ултырышын да тап ошо майҙансыҡта үткәрергә тип ниәтләй ойоштороусылар. Өфөнөң 450 йыллығына арнап, баш ҡалала иң ҙур инфраструктур проекттарҙың береһе – “Көньяҡ ҡапҡалар” ҙа файҙаланыуға тапшырыла. Әле бында ҡыҙыу эш мәле. Өфөнөң “көньяҡ ҡапҡалары” ҡаланан уның янындағы трассаларға тиҙ һәм уңайлы сығыу мөмкинлеге лә. Бынан тыш, ул үҙәкте 3 микрорайон менән тоташтыра. Һыу менән тәьмин итеү башняһы бай тарихлы архитектур ҡомартҡы. Киләсәктә ул да, сәскә скверҙары, “Өфө муйынсағы”, “Көрәш һарайы”, “Көньяҡ ҡапҡалар” кеүек ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын йәлеп итеү нөктәһенә әйләнер һәм Өфөнөң 450 йыллығына үҙенсәлекле бүләк булыр тип күҙаллана.