Өфөнөң күркәм урыны

Өфөнөң күркәм урыны

450 йыллыҡ тарихы булған баш ҡалабыҙҙың һоҡланып туйғыһыҙ урындары күп. Беҙҙең ижади төркөм улар тураһында ураған һайын репортаждар әҙерләй һәм телевизор ҡараусыларыбыҙ хәбәрҙәр сығарылышында был урындарға онлайн сәйәхәт ҡыла, үҙенсәлектәре, серҙәре менән таныша ала. Бөгөн һеҙҙең өсөн Өфөнөң күркәм урындарының береһе – Ҡашҡаҙан ял паркы һәм иҫ киткес фонтаны тураһында мәғлүмәт әҙерләнек. Ләйсән Тимербулатова дауам итә.Күлде алҡындырып оло бер кит ята тиерһең. Һыҙғырып та, шаулап та атылған һыу шәлкемдәре аңлатып булмаҫлыҡ тойғолар уята. Өс йыл Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары был матурлыҡты күреү өсөн йәнә-йәнә Ҡашҡаҙан паркына килә. Бер форсунканан 25 метрға тиклем юғары атылһа һыу, икенсеһенән бөҙрәләнеп кенә иркәләп сыға. Ҡайһы бер форсункалар күл һыуын тайҙар өйөрө кеүек сабып бейергә мәжбүр итә. Һыу менән бергә ҡапыл ут бөркөлөп, хатта иң бәләкәс йөрәктәрҙе лә ялмап алып үҙенә ғашиҡ итә күренеш. Күпте күргән һәм артыҡ ғәжәпләнеп бармаҫ өлкәндәр ҙә фонтандан мөкиббән.Фонтан конструкцияһының оҙонлоғо 100 метр. Айсберг кеүек ул. Бәләкәс кенә өлөшө һыу өҫтөндә, ә аҫта үҙе бер айырым тормош. Күпме иғтибар талап иткәнен белһәгеҙсе?! Һәр дүшәмбе Силәбенән белгестәр килеп һәр форсунканы юшҡындан таҙарта. Ҡашҡаҙан һыуы ныҡ татырлы, тип белдергән улар. Фонтан берҙәм организм булып эшләһен өсөн бар яҡлап та техник күҙәтеү үткәрә белгестәр. Ут нурҙары ла, һыу шәлкемдәре лә, көй ҙә берҙәм ансамбль булып яңғырарға тейеш.Тәүге миҙгелдә әгәр ҙә Урал Иҙелбаев композициялары яңғыраһа, үткән йәйҙә яңы көйҙәр яҙҙырыла. Ял итеүселәр хәҙер фонтан шоуын Милли симфоник һәм Халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙары моңдары аҫтында күҙәтә.Музыканттар көйҙәрҙе яҙҙырыу барышында үҙҙәре үк бер нисә тапҡыр күл буйына килә. Яңғырашы, темпы, ритмы килешәме фонтанға – бына шундай бәләкәй генә үҙенсәлектәр ҙә иҫәпкә алына. Белгестәрҙең оҫталығы һәм тырышлығы бушҡа түгел — асылғандан алып төҙөкләндереүҙең ни икәнен дә белмәгән Ҡашҡаҙан паркы хәҙер Өфөнөң иң матур урындарының береһе. Баш ҡалабыҙҙың үҙенә тартып торған урындары күп. Ҡашҡаҙан – шуларҙың араһында иң ҙур фонтаны менән данлыҡлы. Ял итеүселәрҙе ул көндөҙ сәғәт һайын эшләп һоҡландыра. Ярты сәғәтлек композиция кискеһен дә була. Сәғәт 9-ға күл тирәләй күпләп халыҡ йыйыла.