Өфөлә етмешенсе йәшендә республиканың журналистика ветераны Юрий Агров арабыҙҙан китте.Ул бөтә ғүмерен журналистикаға бағышлаған. “Ленинец”, “Советская Башкирия”, “Версия” һәм башҡа баҫмаларҙа эшләгән. Юғары һөнәри оҫталығы, журналист эшенә тоғролоғо, коллективта эшләй белеүе менән айырылып торған. Уның улы Алексей ҙа атаһының юлынан киткән. Ул беҙҙең телерадиокомпанияла мәғлүмәт программалары етәксеһе урынбаҫары булып эшләй. Юрий Агро тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Мәрхүм менән 26 июль көндөҙгө беренсе яртыла Цветочная,2 адресы буйынса хушлашырға мөмкин.
Юрий Агров арабыҙҙан китте
Юрий Агров арабыҙҙан китте






