Башҡортостанда экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын уҙғарыу буйынса саралар планы раҫланды.
Атмосфера һауаһын, һыу объекттарын, ер аҫты байлыҡтарын, үҫемлек һәм хайуандар донъяһын һаҡлау, шулай уҡ халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү өлкәһендә 100-ҙән ашыу сара планға инә. 2017 йылда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә сәнәғәт предприятиеларының эре проекттары ғәмәлгә ашырыласаҡ. Улар араһында – «Газпром нефтехим Салауат» төп сәнәғәт майҙансығында таҙартыу ҡорамалдарын реконструкциялау, «Башнефть-Өфөнефтехим» биологик таҙартыу ҡоролмалары комплексын яңыртыу, «Мономер» һәм «Газпром нефтехим Салауат» нефть эшкәртеү заводтарында сульфид-һелте улағын таҙартыу ҡулайламаларын төҙөү.