Рәсәйҙә никахҡа инеү һәм айырылышыу ябайлаша.
Хәҙер барлыҡ документтарҙы дәүләт хеҙмәте порталы аша бирергә мөмкин.Илдең элемтә министрлығы ошо турала закон проекты әҙерләй. Ул ҡабул ителә ҡалһа, электрон дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү күпкә еңелләшәсәк. Никахҡа ингәндә йәки айырылышҡанда паспорт һәм башҡа документтарҙың күсермәһе кәрәкмәйәсәк. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре уларҙы электрон документ әйләнеше сиктәрендә башҡа органдарҙан үҙҙәре аласаҡ. Рәсәйҙә быйыл 661 яңы пар теркәлгән. 402 ғаилә тарҡалған.