Был турала республика башлығы оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, бик күптәрҙең йорттары һыу аҫтында ҡалды. Йорт йыһаздары зыян күрҙе. Ямғыр хатта Хәйбулла районында “Юбилей” карьерының эшен ваҡытлыса туҡтатырға мәжбүр итте. Ҡотҡарыусыларға туристарға ярҙамға килергә лә тура килде. Көслө ямғырҙар яуған Әбйәлил, Белорет, Көйөргәҙе, Салауат, Учалы, Мәләүез һәм Бөрйән райондарында әле хәл тотороҡло, тип хәбәр ителә. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин сюжеты.Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы тыныс тормошҡа йәлеп итеү, уларға булышлыҡ күрһәтеү өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин “Батырҙар ваҡыты” программаһын бойомға ашырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Был документты ғәмәлгә ашырыуҙа башҡарма власть органдарының иң юғары даирәләре ҡатнаша. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров үҙ уҡыусыһы исемен дә атаны. Үҙ тормошон хәрби хеҙмәткә бағышлаған Оскар Ситдиҡов хәҙер “Генерал Шайморатов” ордены кавалеры. Башҡортостан яугиҙәре бөгөн Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашып батырлыҡ күрһәтһә, республикала йәшәүселәр тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә ҡаршы тора. Ҡойма ямғырҙар арҡаһында Башҡортостан райондарын һыу баҫа, юлдар емерелә, ташҡын йорттарға тиклем үтә. Хәлдәр Урал аръяғы райондарында ҡатмарлы. Ағиҙел, Инйәр, Әй йылғалары кимәле тәүлек эсендә икешәр метрға тиклем күтәрелгән. Ә бына көслө ташҡындар, торнадо, дауыл арҡаһында зыян күргән Әбйәлил тәбиғәт ҡазаһын үҙе генә еңеп сыға алмай. Район Башҡортостан хөкүмәтенән ярҙам һорай. 300 проценты теркәлеп, Иҙелбашында тиҫтәләгән күпер емерелгән. Урындағы хакимиәт юлдарҙы үҙ иҫәбенә ремонтлай алмаясаҡ. Учалыла иһә тотош ауылдар менән бәйләнештәр юҡ. Ямғырҙар кәм тигәндә лә 30 саҡрым юлды йыуған. Учалы ҡаҙнаһында ремонт өсөн аҡса юҡ. Ярҙам республика бюджетынан кәрәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров райондарға ярҙам күрһәтеү өсөн Хөкүмәткә айырым йөкләмә бирҙе. Махсус хәрби операция, унда ҡатнашыусылар, яугирҙәрҙең яҡындарына ярҙам Башҡортостандың социаль сәйәсәтендә хәҙер айырым урында. Хеҙмәт, Ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, Хөкүмәттең социаль гарантиялары әлегә тулыһынса үтәлә. Дүшәмбе кәңәшмәһендә ҡаралған йәнә ике мәсьәлә айырым иғтибарҙа булырға тейеш. Беренсеһе – өлкән йәштәге пациенттарҙың сәләмәтлеген тәьмин итеү. Республикала гериатрия хеҙмәте алдында торған бурыс һандар түгел, кеше ғүмере йылы менән иҫәпләнә.Башҡортостандағы мәктәптәр төҙөшөлө, булғандарын ремонтлауға кәңәшмәлә айырым баһа бирелде. Ә республика уҡытыусылары кәңәшмәһе быйыл Стәрлетамаҡта 16-сы августа уҙасаҡ.
Көслө ямғырҙан зыян күргән райондарға ярҙам күрһәтеләсәк
Көслө ямғырҙан зыян күргән райондарға ярҙам күрһәтеләсәк