Мәсет һәм сиркәүҙәрҙә яугирҙарҙы ҡеүәтләп доға ҡылынасаҡ

Мәсет һәм сиркәүҙәрҙә яугирҙарҙы ҡеүәтләп доға ҡылынасаҡ

Башҡортостан мәсеттәрендә һәм сиркәүҙәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарҙы ҡеүәтләп доға ҡылыуҙар ойоштороласаҡ. Башҡортостан Башлығы был маҡсатҡа махсус көндәр билдәләргә тәҡдим итте. Радий Хәбиров билдәләүенсә, яугирҙарыбыҙҙың сәләмәтлеге өсөн, һәләк булған егеттәрҙең иҫтәлегенә доғалар ҡылыу беҙҙең рухи тормошобоҙҙоң мөһим өлөшө. Республика етәксеһе был йәһәттән төбәктең рухи лидерҙары менән кәңәшләшергә ҡушты. Тәҡдим традицион конфессияларҙың дини лидерҙары араһында яҡлау тапты. Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин, митрополит Никон, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе айнур Бирғәлин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысын, яугирҙарға һәм уларҙың яҡындарына рухи ярҙамдың мөһимлеген тулыһынса хупланы.