Рәсәй хөкүмәте ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күреүселәргә түләүҙәр күләмен арттырҙы. Бынан ары, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәм террор ғәмәлдәрендә зыян күргән граждандарға финанс ярҙамы күләме 1,5 тапҡырға арта. Артабан ул йыл һайын индексациялана. Ҡарар президент ҡушыуы буйынса ҡабул ителде. Шулай итеп, граждандарға бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам 10 меңдән 15 мең һумға тиклем, беренсел кәрәк-яраҡты өлөшләтә юғалтҡанда 50 меңдән 75 мең һумға тиклем, ә тулыһынса юғалтҡан осраҡта 100 меңдән 150 мең һумға тиклем арттырыла. Ғәҙәттән тыш хәл йәки теракт һөҙөмтәһендә һаулығына зыян килгән кешеләргә, шулай уҡ һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған пособиелар ҙа индексациялана. Һәләк булғандарҙың туғандарына түләүҙәр 1 миллиондан 1 миллион 500 мең һумғаса, һаулыҡҡа уртаса йәки ауыр зыян килгән осраҡта 400 меңдән 600 мең һумға тиклем, сәләмәтлеккә еңелсә зыян килһә, 200 меңдән 300 мең һумғаса артырыла.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күреүселәргә түләү күләме арта
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күреүселәргә түләү күләме арта






