Курчатовтың Өфөләге тамырҙары

Курчатовтың Өфөләге тамырҙары

Республиканың Милли архивы бөйөк-физик Игорь Курчатовтың ғаиләһе тураһындағы үҙенсәлекле тарихи документтарҙы халыҡ иғтибарына сығарҙы. Бындағы фондта 1850-се йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре табылған. Унда Советтар союзында атом бомбаһын эшләүсенең олатаһы тураһында ла әйтелгән. Күренеке ғалимдың Өфөләге тамырҙары тураһында хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова дауам итә.Башҡортостандың милли архивында бик ҡәҙерле фотолар һаҡлана. Һигеҙ йәшлек мөләйем йөҙлө малайҙа, буласаҡ ғалим-физик Игорь Курчатовты таныуы бик ауыр, әлбиттә. Архивта ғалимдың ғаиләһе тураһында ла документтар бар. Әйтәйек, Игорь Курчатовтың шәжәрәһе тураһындағы был яҙмаларға йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән. Курчатовтар ғаиләһе бер урында оҙаҡ йәшәмәгән. Ғалимдың ата-әсәһе тап Өфө ҡалаһында белем алған. Шуға ла уларға беҙҙә оҙаҡҡа төпләнергә тура килә. Атаһы Василий Курчатов ер үлсәүсе һөнәрен үҙләштерә, әсәһе Мария Остроумова Өфө епархияһында ҡатын-ҡыҙҙар училищеһын тамамлаған. Әйткәндәй, епархия бинаһы әлеге көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Хәҙер унда һуғыш ветерандары госпитале урынлашҡан. Аксаков урамында ғалимдың туғандары йәшәгән йорт һаҡланмаған, әммә тап ошо урамдар буйлап ҡасандыр буласаҡ бөйөк ғалим да йөрөгән, тип фаразларға мөмкин. Игорь Курчатов, күсеп киткәндән һуң, Өфөгә ағаһы Мартирий Курчатовҡа һәм яратҡан инәһе Елезавета Остроумоваға бер нисә тапҡыр килә. Игорь Курчатов Өфөгә килгэн вакытта яраткан урындары була. Академиктың туғандары хәтерләүе буйынса уларҙың береһе Случевский паркы, хәҙерге Салауат Юлаев баҡсаһы, ул оҙаҡ ҡына беседкала ултырып тирә-яҡты байҡарға яратҡан. 1937 йылда Игорь Курчатов Өфөлә һуңғы тапҡыр була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа Игорь Курчатов бөйөк фәнни асыштарға нигеҙ һала. Ул үҙен тулыһынса фәнгә бағышлай. Атом бомбаһын эшләүсе һәм ядро физикаһына нигеҙ һалыусы булараҡ ил тарихына үҙенең исемен мәңгелеккә яҙып ҡалдыра. Игорь Курчатов энергия алыу мәсьәләһен хәл итә алған идара ителеүсе термоядро синтезы идеяһы барлыҡҡа килә. Курчатов бөйөк патриот була. Ул ерҙәге тыныслыҡ тураһында хәстәрлек күрә һәм ядро ҡоралын һынауға ҡаршы була.