Был республикала ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса пенсия алған 213 мең кешегә ҡағыла. Рәсәй Социаль фондының төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, бынан тыш, ҡараусыны юғалтыу буйынса пенсиялар ҙа арттырыла. Август айында пенсияны яңынан иҫәпләү пенсионерҙың эш хаҡына бәйле: ул ни тиклем юғарыраҡ булһа, пенсия ла шул тиклем күберәк арта. Пенсия автоматик рәүештә ҡайтанан иҫәпләнә, шуға күрә пенсионерҙарға бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Аҡса августа ғәҙәти график буйынса күсерелә, тип белдерҙеләр Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһендә. 2025 йылдан республикала эшләп йөрөгән барлыҡ пенсионерҙарҙың пенсияһы индексациялана башлай. Тәүге индексация киләһе йылдың февралендә башҡарыла.
1 августан пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы ҡайтанан иҫәпләнәсәк
1 августан пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы ҡайтанан иҫәпләнәсәк






