Тотороҡло үҫеш аудиты

Тотороҡло үҫеш аудиты

Өфөлә БРИКС илдәренең юғары аудит органдары башлыҡтарының 4-се осрашыуы үтә. Сарала 9 ил вәкиле ҡатнаша. Был юлы кәңәшмә Рәсәй рәйеслек итә. Осрашыу «Торатау» конгресс-холында үтте һәм "Тотороҡло үҫеш аудиты" темаһына арналды. Рәсәйҙең иҫәп палатаһы ойошторған сарала уның рәйесе Борис Ковальчук сығыш яһаны. Юғары аудит органының төп маҡсаты — финанстар менән законлы һәм дөрөҫ идара итеүҙе һәм финанс отчеттарын тапшырыуҙы тикшереү. Шуға ла БРИКС илдәре вәкилдәре был йәһәттән яһалма интеллектты ҡулланыу тураһында һөйләшеп килеште, ойошма киләсәктә лә берҙәм һәм һөҙөмтәле эш алып барһын өсөн тәжрибә менән уртаҡлашыу майҙансығы булдырырға ҡарар итте. БРИКС ойошмаһының аудит буйынса кәңәшмәһе ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Һәр илдең уға ғына хас үҫеш үҙенсәлектәре булыуға ҡарамаҫтан, яҡтар килешеү нигеҙендә эш итә.