Һүҙ Вуз-ара студенттар кампусы биләмәһендә урынлашасаҡ геном үҙәге тураһында бара. Объектты төҙөү үҙенсәлектәре һәм киләсәктә бында нимәләр буласағы тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина белеште. Геном үҙәгендә эштәрҙең ҡыҙған мәле. Объектта 40-тан ашыу кеше эшләй. Үҙәкте бер ай элек эшләй башлауға ҡарамаҫтан, әле бында минус 1-се, 1-се һәм 2-се ҡаттарҙың конструкциялары төҙөлгән, киләһе айҙарҙа ҡалған 2 ҡатты төҙөү башлана. Бинаның дөйөм майҙаны 5 мең 500 квадрат метр.Был үҙәк геном буйынса ғына түгел, ә IT һәм яһалма интеллект технологиялары буйынса ғилми тикшеренеүҙәр алып барыу майҙансығына әүереләсәк. Вуз-ара кампус биләмәһендә урынлашҡан геном үҙәге 5 ҡаттан торасаҡ. 10 авгусҡа иһә бинаның монолитлы каркасын төҙөү тамамлана.Минус 1-се ҡатта техник өлөш, 1-се ҡатта ресепшен һәм кофетерия, 2-се һәм 3-сө ҡаттарҙа уҡыу урындары һәм лабораториялар, 4-се ҡатта конференциялар өсөн зал булдырыу күҙаллана. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бинаның тышҡы яғы тулыһынса быяланан торасаҡ. Был, үҙ сиратында, һәр кем килеп үҙәктә шөғөлләнә алыуы һәм урамда йөрөгән һәр кем бында ғалимдарҙың фән өлкәһендә эш алып барғанын күрһен өсөн эшләнә. Объекттағы эшселәр 2-3 сменаға бүленеп эшләй. Шуға ла төҙөлөш эштәре тиҙ бара. Вуз-ара студенттар кампусы составына студенттар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн 4,4 мең урынлыҡ торлаҡ модулдәре, IQ-парк, аудитория-лаборатория блогы һәм геном үҙәге, сауҙа һәм дөйөм туҡланыу өсөн биналар, шулай уҡ спорт-рекреацион зоналар, күмәк мәҙәни саралар майҙансыҡтары индереләсәк. “Геном үҙәгендә” фундаменталь һәм ғәмәли биомедицина тикшеренеүҙәре үткәреләсәк. Унда персональ медицина, генетикала яһалма интеллект, биоинформатика һәм башҡа өлкәләрҙә эш алып барыласаҡ. Бында мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҡарала. Медицина, генетика һәм яһалма интеллектты үҫтереү өлкәһендә геном үҙәге ҡеүәтле нигеҙ буласаҡ.
Өфөлә донъя кимәлендәге тағы ла бер үҙәк барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә донъя кимәлендәге тағы ла бер үҙәк барлыҡҡа киләсәк