Художество кәсептәре өлкәһендә лә алдынғы

Художество кәсептәре өлкәһендә лә алдынғы

Республика халыҡ художество кәсептәре өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса беренсе урынға сыҡты. Беҙҙән ҡала Вологда өлкәһе һәм Санкт-Петербург ҡалаһы килә. Үҙмәшғүл һәм кәсептәрен теркәмәгән оҫталарыбыҙ ҙа бихисап республикала. Альбина Зәйнетдинова теманы дауам итә. Элеонора Саунина ҡулында быяла киҫәге әйтерһең уйнап тора. Махсус бысағы ярҙамында сеймалды һә тигәнсе кәрәкле формаға килтерә. Элеонора техник белем алған. Әммә беренсе һөнәре буйынса ул бер көн дә эшләмәгән. Ғүмере буйына ижад менән ҡыҙыҡһынған. Башта ебәк өҫтөндә һүрәт төшөргән, һуңынан быяланан сәғәттәр эшләй башлаған. Әммә оҫтаның тыңғыһыҙ йөрәге йәнә күңелгә ятырҙай яңы шөғөл талап итә. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡатын фьюзинг технологияһы менән мауыға башлай. Хәҙер оҫтабикә махсус технология ярҙамында быяла киҫәктәренән ысын мәғәнәһендә шедеврҙар тыуҙыра. Матур картиналар, сәғәт, биҙәүестәр һәм башҡа сувенирҙар. Һәр эше күҙҙең яуын алырлыҡ. Оҫтаханаһының йөрәге махсус мейес. Бында 800 градус эҫелектә быяла композициялары тейешле формаға килтерелә. Фьюзинг менән республикала беренселәрҙән булып шөғөлләнә башлаған ҡатын хәҙер юғары уңыштарға өлгәшеп, үҙ брендын үҫтереүҙә ғәйәт ҙур эш башҡара. Ноябрҙә Башҡортостандың милли музейында шәхси күргәһмәһен әҙерләй. Йыл әйләнәһендә ил буйлап ойошторолған мәртәбәле күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Республика ярҙам итмәһә бындай һөҙөмтәләргә өлгәшеү ҡыйынға тура килер ине, ти Элеонора. Республикабыҙҙың йәнә бер кәсепсеһе – кәҙә йөнө менән оҫта эш итеүсе Алһыу Әбсәләмова. Алһыу Ғәббәс ҡыҙы ҡулында орсоҡ зыыр әйләнеп, бейеп тора. Бәйләм менән ете йәшенән ҡыҙыҡһынғас, башҡаса мөмкин дә түгелдер. Тәжрибә етерлек. Шәл, йөн нәскиҙәр бәйләү  — династия шөғөлө. Беҙҙең геройыбыҙ яратҡан кәсептәренең бишенсе быуын оҫтаһы. Һәр оҫта кеүек, үҙ эшенең барлыҡ серҙәрен яҡшы белә Алһыу Ғәббәс ҡыҙы. Сеймал өсөн иң шәбе башҡорт тоҡомло кәзә йөнө, ти ҡатын. Ул йылы ла, файҙалы ла. Кәзә йөнөн белгән генә кешеһенән һатып ала, йөн иләгәндә махсус ептәр ҡатнаштыра. Йөн нәски, бейәләй-бирсәткәләр булһынмы, шәл, яулыҡтар- бәйләмдәренең иҫәбе-һаны юҡ. Хәҙер улар бөтә республикала һәм унан ситтә йәшәгән замандаштарыбыҙҙы йылыта. Алһыу Ғәббәс ҡыҙы быға тиклем тормош иптәше менән үҙҙәре кәзә аҫраған, әле сеймалды һатып алырға мәжбүр. Яҡын арала башҡорт кәзәһен үрсетә башлау теләге менән янып йәшәй йүнселдәр. Йәш быуынды ла был шөғөлгә өйрәтә. Оҫтаханала даими рәүештә оҫталыҡ дәрестәре үтә. Алһыу Әбсәләмова оҫтаханаһы музейҙы хәтерләтә. Бында яратҡан шөғөлөнә ҡараған бихисап бороңғо ҡорамалдар урын алған. Бына мәҫәлән ошо ҡолға менән орсоҡтарға өсйөҙөшәр йыл.....Тырышлыҡтың нәтижәһе лә оҙаҡ көттөрмәй. Күп һанлы конкурстар лауреаты, күргәҙмәләрҙә, йәрминкәләрҙә һәм фестивалдәрҙә ҡатнашыусы, ошо йылдар эсендә генә тиҫтәләгән дипломдары йыйыла. Өлгәшкәнендә генә туҡталырға йыйынмай уңғанбикә. Алһыу Әбсәләмованың хыялы Өфөлә башҡорт шәле музейын асыу.Оҫта ҡуллы Алһыу Әбсәләмова, быяла менән өлгөлө эшләүсе Элеонора Саунина кеүек уңғандар бихисап республикабыҙҙа. Һәр береһе бороңғо кәсептәрҙе тергеҙеүгә, үҙ шөғөлөн үҫтереүгә ғәйәт күп көс һала. Был йәһәттән республика ла йүнселдәргә ярҙам ҡулы һуҙа. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республика халыҡ художество кәсептәре өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса беренсе урында тора. Был мәғлүмәт, рәсми теркәлгән эшҡыуарҙар һаны буйынса ғына. Үҙмәшғүл һәм кәсептәрен теркәмәгән оҫталарыбыҙ ҙа бихисап республикала. Уларҙың тырышлығы халыҡ традицияларын дауам итеү һәм үҫтереү эшенә алыштырғыһыҙ өлөш индерә.