Беҙҙең төбәккә хас сатлама һыуыҡҡа бирешмәҫкә тик үҙебеҙҙең илгә хас аяҡ кейеме генә ярҙам итә

Тулыраҡ: Беҙҙең төбәккә хас сатлама һыуыҡҡа бирешмәҫкә тик үҙебеҙҙең илгә хас аяҡ кейеме генә ярҙам итә

Беҙҙең төбәккә хас сатлама һыуыҡҡа бирешмәҫкә тик үҙебеҙҙең илгә хас аяҡ кейеме генә ярҙам итә.

Рәсәйҙең төрлө өлкәләрендә төрлөсә аталған быйма йәнә модала. Ауыл ерендә уға алмаш булмауы бәхәсһеҙ, ололар уны иң зиннәтле бүләк, тип ҡабул итә, ә ижади кешеләр илһам сығанағы, тип күрә. Бөгөн аяҡ кейеменең ниндәйе генә юҡ — беҙ итек, ботинка, кроссовка, туфли кейәбеҙ. Барыһы ла Европа модаһы менән. Тик сатлама һыуыҡта быймаға еткәне юҡ. Бигерәк тә ул ошондай ҡупшы булһа. Сабата – Рәсәй кешеһенең тарихи аяҡ кейеме булараҡ күптән музейҙа туҙанланып, беҙҙе башҡа ҡыҙыҡһындырмаһа, быйма үҙенең ҡиммәтен юғалтырға уйламай. Баҙарҙа уға ихтыяж ҙур. Һәм ул ябай ғына ла түгел, талапсан. Ҡулланыусы быйманың төҫө, сифаты, хаҡынан тыш биҙәген дә һайлап алырға теләй. Анастасия Варламованың быйма менән шөғөлләнеүенә илдәге иҡтисади ҡатмарлыҡтар сәбәпсе. Эш урынын юғалтып килемһеҙ ҡалғас, ул иҡтисадсы ентеклелеге менән табышлы кәсеп эҙләргә тотона. Был йомшаҡ быймаларҙы Анастасия Сыуашстандан яҙҙырып ала. Йәрминкәләрҙә иһә йышыраҡ татар халыҡ биҙәктәре сигелгән быйма һатыла. Ата-баба уйлап тапҡан уңайлы ла, йылы ла аяҡ кейемен етештереүселәрҙе республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Башҡортостан быймасылары кәсептең боронғо ысулдарын һаҡлай. Мишкә районы Оло Сухояз ауылында йәшәгән Тимеркәйевтар ғаиләһе быймасылыҡҡа 15 йыл элек тотонған. Кейеҙ баҫыу уларҙың ғаилә кәсебе. Өләсәләре Татьяна Никитична үҙен 4 тиҫтә йыллыҡ тәжрибәле быймасы, тип таный. Быйманы ҡулдан баҫыу оҫталыҡ ҡына түгел, көс тә талап итә. Йөн тетеү машинаһы, ҡалыптар үткән быуаттан ҡалған, улар менән эш итеүе еңел түгел. Был кәсептең киң таралмауы, бәлки шуға ла бәйлелер. Быйманы оҫталар шәхси заказ буйынса ғына етештерә, ирекле сауҙаға иҫәп тотоп көнэлгәре сығармай. Быйманың кәмселеге берәү генә — уны епшектә кейеп булмай. Табаны сыланмаһын өсөн резина йә силикон галуштар иһә ҡупшы ҡиәфәтенә зарар килтерә. Әммә был үҙенсәлекле аяҡ кейеменең һуғышта еңеү яуларға, төнъяҡтағы ерҙәрҙе үҙләштерергә индергән өлөшөн хәтергә төшөрөп, халыҡ мәнфәғәттәре һағында торған бихисап хеҙмәт вәкилдәренең ҡышҡы махсус кейем өлгөһө булыуын иҫәпкә алғанда быйманы ысынлап та йырлап маҡтау теләге тыуа.