Башҡортостан хоккей төбәгенә әйләнергә тейеш

Тулыраҡ: Башҡортостан хоккей төбәгенә әйләнергә тейеш

Башҡортостан хоккей төбәгенә әйләнергә тейеш.

Бының өсөн балаларға был спорт төрө менән шөғөлләнеүгә шарттар тыуҙырыу зарур. Был турала “Рәсәй-Башҡортостан” телеканалының медиа үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһы барышында “Салауат Юлаев” хоккей клубы етәкселәре белдерҙе. Бөгөн профессиональ спорт төрө беҙҙең йәмғиәттә ҙур танылыу яулай. Республиканың һәр районында хоккей майҙансыҡтары төҙөлә. Туймазы, Стәрлетамаҡ, Сибай кеүек ҡалаларҙа тулыһынса заман талаптарына яуап биргән спорт мәктәптәре эшләй.