БРИКС илдәренең аудит органдары башлыҡтарының осрашыу йомғаҡтары

БРИКС илдәренең аудит органдары башлыҡтарының осрашыу йомғаҡтары

Өфөлә БРИКС илдәренең юғары аудит органдары башлыҡтарының 4-се осрашыуына йомғаҡ яһалды. Сарала 9 ил вәкиле ҡатнашты. Был юлы кәңәшмә Рәсәй рәйеслек итте. Осрашыу "Тотороҡло үҫеш аудиты" темаһына арналды. Унда ҡабул ителгән ҡарарҙар тураһында хәбәрсебеҙ сюжеты.Аудиторҙар суды, иҫәп палатаһы, контроль идаралығы... Юғары аудит органдары төрлө илдә төрлөсә атала. Әммә маҡсаттары бер – финанстар менән законлы һәм дөрөҫ идара итеүҙе һәм финанс отчеттарын тапшырыуҙы тикшереү. Ғөмүмән, илдең үҫеш мөмкинлектәрен дөрөҫ баһалау. Ошо йүнәлештә нисек эш алып барыу тураһында Рәсәй һәм тиҫтәләгән сит илдән килгән аудит белгестәре Өфөлә үткән БРИКС илдәре кәңәшмәһендә фекер алышты. Иҫәп-хисап палатаһы рәйесе Борис Ковальчук, тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаны һәм сараның Өфөлә үтеүе һис осраҡлы түгел тине.Ил вәкилдәре осрашыуҙа тотороҡло үҫеш аудиты мәсьәләләрен тикшерҙе. Үҫеш маҡсаттары БРИКС ағзалары тарафынан 2015 йылда уҡ билдәләнгән. Ул иҡтисади үҫеш һәм экологик хәүефһеҙлек мәсъәләләренә ҡағылышлы. Ҡатнашыусылар аудит өлкәһендәге иң яҡшы асыштары менән бүлеште. Бразилия, климат үҙгәреүе мониторингы системаһы тураһында һөйләһә, Ҡытай – ярлылыҡты бөтөрөү тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙерлеген белдерҙе. Иртәнән кискә тиклем Торатау конгресс-холлында түңәрәк өҫтәлдәр һәм ике яҡлы элекле осрашыуҙар үтте. Ҡайһы берҙәре маҡсатлы килешеүҙәр менән тамамланды. Шулар иҫәбендә Рәсәй һәм Эфиопия юғары аудит органы араһындағы килешеү.БРИКС ойошмаһының аудит буйынса кәңәшмәһе ике йылға бер тапҡыр үтә. Сараға тәүге тапҡыр килеүсе илдәр ҙә бар. Быйылғы кәңәшмәгә 5 яңы ҡатнашыусы ҡушылған :Эфиопия, Иран, Сәғүт Ғәрәбстаны, Мысыр һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре.Рәсәй һәм 10 сит илдән килгән аудит белгестәре БРИКС ағзаларының юғары аудит органдарының алдағы ике йылға эшмәкәрлек планын раҫланы. Рәсми исеме – «Өфө декларацияһы» тип атала.