Рәсәй иҫәп палатаһы рәйесе менән республика башлығы осрашты

Рәсәй иҫәп палатаһы рәйесе менән республика башлығы осрашты

Рәсәй иҫәп палатаһы рәйесе Борис Ковальчук менән республика башлығы Радий Хәбиров осрашты. Унда Башҡортостандың министрлыҡ һәм ведомстволарының Рәсәй иҫәп палатаһы менән хеҙмәттәшлек йүнәлештәре тикшерелде. Шулай уҡ милли проекттарҙы һәм стратегик бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса палата тәҡдимдәре тыңланылды.