Хәрбиҙәрҙең йорттарын яраҡлаштырыу буйынса эштәр башланды

Хәрбиҙәрҙең йорттарын яраҡлаштырыу буйынса эштәр башланды

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡан хәрбиҙәрҙең йорттарын яраҡлаштырыу буйынса эштәр башланды. Белгестәр утыҙҙан ашыу тикшереү үткәреп ике фатирҙы мөмкинлектәре сикләнгән яугирҙарға яраҡлаштырҙы. Өфөлә яраланып ҡайтҡан хәрбиҙең өйөндә уңайлы шарттар булдырылды. Торлаҡты яраҡлаштырыу Ватанды Һаҡлаусылар Дәүләт фонды бюджеты иҙәбенә башҡарыла. Ярҙамға хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы танытмаһы булған һәм инвалид булараҡ мохтаж тип танылғандар иҫәп тота ала. Тулыраҡ киләһе сюжетта.Азамат Әйүпов ҡаты яранан һуң инвалид коляскаһына ултырырға мәжбүр була. Махсус хәрби операция башланыуға тиклем атаһы менән төҙөй башлаған йортҡа, хәҙер кеше ярҙамыһыҙ инә алмай. Ә бына өйҙөң эсендә, барыһы ла уға уңайлы булһын өсөн яраҡлаштырылған.Өҫтәмә опциялар менән өҫтәл, саң һурҙырғыс робот, автоматик рәүештә эшләгән ҡорған һәм пульт менән идара итә торған уңайлыҡтарҙың барыһыла Азаматҡа яңы тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итә. Махсус хәрби операция зонаһында ир ике аяғын да юғалта. Оҙайлы реабилитация үткәндән һуң, ул яңынан йәшәргә өйрәнә.Яңы шарттарҙа өйҙө бер аҙ үҙгәртеп коляскаға яраҡлаштырырға тура килә. Өйҙө төҙөкләндереп, яраҡлаштырырға «Ватанды һаҡлаусылар » Дәүләт фонды “Яраҡлашыу” программаһы буйынса ярҙам итә. Проект сиктәрендә махсус хәрби операция барышында яраланған инвалид ветерандарға фонд үҙ аҡсаһы иҫәбенә фатирҙар һәм йорттарҙы уларҙың ихтыяждары өсөн йыһазландыра. Өйҙөң икенсе ҡатында реабилитация үтеү өсөн тренажер залы урынлашасаҡ. Быны табиптар Азаматҡа күберәк үҙ аллы хәрәкәт итһен өсөн тәҡдим иткән.Азаматтың атаһы әйтеүенсә, Ватанды Һаҡлаусылар фонды тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙа һәм беренсе көндән үк хәрби менән тығыҙ бәйләнештә.Әлеге көндә махсус хәрби операция ветерандарының 32 торлаҡ бинаһы тикшерелгән, Өфөлә, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Стәрлетамаҡ, Миәкә райондарында ветерандарҙың әйҙәрендә ремонт эштәре башҡарыла. Торлаҡ яраҡлаштырыу программаһына махсус категорияла булғандар иҫәп тота ала. Башҡортостандың һәр районында социаль координаторҙар бар. Шулай уҡ консультация өсөн "Ватанды Һаҡлаусылар" Фондының үҙәк офисына, социаль селтәрҙәргә йәки телефон буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.