Виртуаль ысынбарлыҡ бер ҡасан да бойомға ашмаҫ хыял кеүек кенә ине. Әле иһә хатта белем, тәжрибә арттырырға, үҙеңде төрлө яҡлап һынап ҡарарға ярҙам итә ул. Өфө инженерҙары тап шундай махсус программалар эшләй һәм виртуаль күҙлектәр ҡора. Улар менән Ләйсән Тимербулатова осрашты. IT проекттар етәксеһе Антон Тишков үҙен тимер юл хеҙмәткәре ролендә һынай. Өфө егеттәре халыҡ-ара тәжрибәне ҡулланып, Рәсәй инженерҙарының эшенә таянып виртуаль ысынбарлыҡта үҙ тренажерҙарын программалай. Хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтеү, эш урынында килеп тыуған төрлө хәлдәрҙән сығыу юлдарын табыу, ҡатмарлы ҡоролмалар менән виртуаль эш, ә киләсәктә медицина операцияларын башҡарыу – быларҙы программа, виртуаль күҙлек һәм ике контроллер аша үтәп була. Компанияға нигеҙ һалыусы Виктор Эриванцевты баш ҡалала күптәр белә. Ул 2015 йылда Өфө авиация университетын тамамлаған бер төркөм йәш инженерҙар менән эш башлай. Әлеге ваҡытта компания 1300 кв/м гибрид кибермайҙанда уйлап табыу, тәжрибә һәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Виртуаль күҙлектәр – шул бихисап йүнәлештәрҙең береһе генә. Рәсәйҙә бындай шлемдарҙы сығарыу өсөн компоненттар юҡ. Яҡын киләсәктә улар сығарыла башларға тейеш илдә, тигән фекерҙә инженерҙар. Юғары технологиялар компанияһы әлегә виртуаль күҙлектәрҙе йыя, рус телендә программа төҙөй, программаны тәьмин итеү, техник яҡтан ярҙам һәм гарантиялы хеҙмәтләндереүҙе үҙ өҫтөнә ала. Сәйәси альпинистҡа, мәҫәлән, юғары ҡаттан ысынбарлыҡта ҡолап төшкәнсе, виртуаль программа аша тәжрибәһен арттырып, эшен хәүефһеҙ башҡарыу яҡшыраҡ бит, тип мәрәкәләй улар һәм виртуаль тренажерға тиҙҙән цифралы аватар индереү өҫтөндә эшләй.
Виртуаль күҙлек
Виртуаль күҙлек