Ауылға зәңгәр яғыулыҡ килеп етте. Ошондай мөмкинлек 2021-25 йылдарға иҫәпләнгән Башҡортостанды газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреү программаһына ярашлы тормошҡа ашты. Ауыл бер йыл эсендә тәбиғи газға тоташтырылды.Яңыраҡ Ҡолошта модуль тибында фельдшер-акушер пункты асылған. Бында 300-ҙән ашыу кеше теркәлгән. Мәсет эшләп килә. Халыҡ мейес яғып, йә электр энергияһы менән өйҙәрен йылытып, көн күргән.
Ҡолош ауылында ундан ашыу урам һәм 160 яҡын ихата иҫәпләнә. Бында урындағы халыҡ ҡына йәшәмәй, ә күптән ҡалаға күсенгән кешеләр ҙә ҡайтып тора. Улар атай йортона зәңгәр яғыулыҡ үтеүенә ҡыуана. Ә бына урындағы пенсионерҙарҙың шатлығына күрше ауылдар ҙа көнләшә.
Тәүгеләрҙән булып газға Рәшидовтар ғаиләһе йорто тоташтырылды. Уларҙы Башҡортостан Башлығы һәм Рәсәй Президентының Урал буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы. Рәшидовтар Ташкенттан күсеп килгән, өс ҡыҙ тәрбиәләй. Ғаилә башлығы вахта буйынса эшләй, ҡатыны хужабикә.
Ауылдарға газ үткәреү федераль программаһы буйынса республика халҡынан 62 меңдән ашыу заявка ҡабул ителгән. 60 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән дә инде, уларҙың 90 проценты тормошҡа ашырылған, йәғни, йорт ихатаһы биләмәһенә тиклем зәңгәр яғыулыҡ килтерелгән. Ә 46 меңдән ашыуына газ үткән дә инде.Рәсәй Президентының Урал буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Башҡортостан Башлығы менән берлектә Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды, Евразия ғилми-ғәмәли үҙәгенең Вуз-ара студент кампусы эше менән танышты, республиканан Донбасҡа ҙур гуманитар ылауҙы оҙатыу сараһында ҡатнашты.






