Аяҙ көндәрҙә бында техника тауышы тәүлек әйләнәһенә тынмай. Ҡойма ямғырҙар арҡаһында күп кенә эштәрҙе туҡтатырға тура килгән. Был, әлбиттә, төҙөлөш эштәрен тотҡарлай. Генерал Рыленко урамында ремонт эштәренең һуңғы өлөшө. Ул 85 процентҡа әҙер тиерлек. Яңы юл үткәргестең әҙерлек кимәле тағы ла юғарыраҡ. 40 метр киңлектә булған юл үткәргестең киҫелешендә 20 таяу ҡуйылған. Участка етәксеһе әйтеүенсә, был уның төп үҙенсәлеге. Ҡалала башҡа бындай юл үткәргестәр юҡ. Хәҙер бында таяуҙар араларын буяу, гидроизоляция ҡоралмаһын һәм күпер өҫтөндәге кәртәләрҙе ҡуйыу буйынса эштәр алып барыла. Тиҙҙән асфальт түшәлә башлай. Август аҙағында транспорт хәрәкәте лә башланыр, тип көтөлә.
Ә бына Пугачев урамын төҙөкләндереүҙә юлсылар ҡатмарлыҡтарға тарыған. Төҙөлөш биләмәһендәге милекселәр менән суд бәхәстәре әле лә тамамланмаған.
«Көньяҡ ҡапҡа» ҙур транспорт проектың башҡа участкаларында ла эштәр аҙағына яҡынлаша.Степан Кувыкин һәм Софья Перовская урамдары киҫелешендә юл сатында йөрөү схемаһы үҙгәртелә, һәм юлдар киңәтелә. Шулай уҡ хәүефһеҙлек утрауы барлыҡҡа килә, был транспорт ағымын көйләү өсөн эшләнә. 6,5 саҡырым оҙонлоҡтағы яңы юл баш ҡаланы транспорт коридоры менән тоташтыра. «Көнъяҡ ҡапҡалар» проекты Өфөнөң үҙәк өлөшөнән уңайлы сығыуҙы тәьмин итәсәк, бынан тыш, ул үҙәкте өс микрорайон менән тоташтыра. Эштәрҙең бер өлөшө йыл аҙағына тамамланасаҡ, иң ҡатмарлыларын август аҙағында, Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына асырға вәғәҙә итәләр.