Республиканың башҡалаһында йәшәүселәр урамдарҙың ҡарҙан таҙартылмауына ризаһыҙлыҡ белдерә.
Өс көн дауамында баҫып яуған ҡар сәбәпле башҡала урамдары машинала ғына түгел, йәйәүләп тә үтә алмаҫлыҡҡа әйләнде. Өфөлә йәшәүселәр араһында ризаһыҙлыҡ арта. Күптәр социаль селтәрҙә асыуын белдерә. Комсомол урамындағы 107-се йортта йәшәүселәр кеүек көрәк тотоп ҡар көрәргә сығыусылар ҙа бихисап. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре лә был көндәрҙә көсәйтелгән режимда эшләй. Яңы йыл каникулдарының һуңғы көндәрен Өфөлә йәшәүселәр ҡулға көрәк алып ҡаршыланы. 1 ғинуарҙан башлап яуған ҡар 4 айлыҡ норманы үтәп өлгөргән. Баш ҡала өсөн был рекорд. Тик был рекорд бала-саға өсөн генә ҡыуаныс булһа кәрәк. Өҙлөкһөҙ яуған ҡар тотҡононан коммуналь хеҙмәттәр ҡотҡара алмаҫын белеп, кешеләр үҙҙәре көрәкккә тотона.Һөҙөмтәлә йылдың тәүге эш көнөн Өфө 9 баллыҡ тығындар менән ҡаршыланы. Иртәнге сәғәттәрҙә Зәки Вәлиди, Карл Маркс, Кирова, Революция, Цюрупа һәм тағы ла бер нисә урамда автомобилдәр хәрәкәте бөтөнләй тиерлек туҡтаны. Осраҡлы кешеләрҙән ярҙам тәҡдимен ишетеү бындай ваҡытта ғәҙәтигә әйләнә. Тәбиғәт ғәрәсәтенән кешеләр берләшеп ҡотола. Бер аҙна эсендә 4 айлыҡ нормаһын үтәгән ҡар Өфө халҡына байтаҡ мәшәҡәттәр тыуҙыра. Шәхси секторҙа йәшәүселәр уның эҙемтәләрен яҙға тиклем татырға тура киләсәк. Сөнки бер машина ғына һыймалы юлды автомобиль хужалары ла йәйәүлеләр ҙә бүлешә. Ә йорт янында өйөлгән ҡарҙан хатта тәҙрәләр ҙә күренмәй.Коммуналь хеҙмәттәр тәбиғәттең был бүләгенә әҙер булмай сыҡты. Эште ҡар аҫтына йәшенгән эйәһеҙ тимер аттар ҡатмарлаштыра. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Өфө урамдарына тағы ла өҫтәмә 100 техника сығарылған.